Гонконг
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гонко́нг[7][8]|香港|Hong Kong|Hoeng¹gong², Хёнкон|'Сянга́н'}} (ҡыт. ғәҙәти 香港特別行政區, ябайл. 香港特别行政区, пиньин: Xiānggǎng Tèbié Xíngzhèngqū, ингл. Hong Kong Special Administrative Region) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының махсус административ районы (иер. 香港特別行政區, ингл. Hong Kong Special Administrative Region, кант. Һоңкоң такпит һанчинкһёй), ҡыҫҡартып Һоңкоң тип атап йөрөтәләр. Ул Азияның һәм донъяның иң алдынғы финанс үҙәктәренең береһе булып тора.
| |||||
Гимн: «Марш добровольцев» | |||||
Нигеҙләнгән | 25 ғинуар 1841: Британия колонияһы;
29 август 1842: Нанкин килешеүе; 25 декабрь 1941 — 15 август 1945: япон оккупацияһы; | ||||
Нигеҙләнгән | 25 ғинуар 1841: Британия колонияһы;
29 август 1842: Нанкин килешеүе; 25 декабрь 1941 — 15 август 1945: япон оккупацияһы; | ||||
Рәсми телдәр | Ҡытай[1], инглиз | ||||
Баш ҡала | Юҡ[2] | ||||
Эре ҡалалар | Һоңкоң[3] | ||||
Идара итеү төрө | Бойондороҡло территория[4] | ||||
Гонконг хакимиәте Башлығы | Джон Ли | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 182 1 104 км² 4,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2013) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲7 182 724[5][6] чел. (100) 6480 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2006) • Бер кешегә |
254,2 млрд долл. (40) 38 127 долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,898 (бик юғары) (13 урын) | ||||
Валюта | Гонконг доллары (HKD, код 344) | ||||
Интернет-домен | .hk | ||||
Код ISO | HK | ||||
МОК коды | HKG | ||||
Телефон коды | +852 (из Макао — 01) | ||||
Сәғәт бүлкәте | +8 |
Гонконг Коулун ярымутрауында урынлашҡан, төньяғынан башҡа тарафтарын Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе уратып алған. Бынан тыш 260-тан ашыу утрау ҙа ошо төбәккә инә, улар араһында иң ҙурҙарынан — Гонконг (юғары хакимиәт органдары һәм төбәктең финанс үҙәге шунда урынлашҡан), Ланьтау һәм Ламма. Төбәкте ғәҙәттә өс өлөшкә бүлеп йөрөтәләр: Гонконг утрауы үҙе, Коулун һәм Яңы Территориялар. Гонконг төньяҡ тарафында Ҡытайҙың Гуандон провинцияһына ингән Шеньчжень иҡтисади биләмәһе менән сиктәш. Гонконг Чжуцзян йылғаһы тамағының һул яғында урынлашҡан.
1842 йылда Гонконг Бөйөк Британия баҫып ала һәм 1997 йылға тиклем колония итеп тота. Шул йылы Ҡытай Халыҡ Республикаһы был төйәккә суверенитет ала. Ҡытай—Британия декларацияһына һәм Гонконгтың Төп ҡанунына ярашлы, төбәккә 2047 йылға тиклем, йәғни 50 йыл дауамына киң хоҡуҡлы автономия бирелгән. «Бер ил — ике система» һәм «Сянганға юғары кимәл автономия шарттарында сянганлылар үҙҙәре идара итә» тип аталған йүнәлеш алып, ҠХР үҙ өҫтөнә оборона һәм төбәктең тышҡы сәйәсәте мәсьәләләрен ала, ә Һоңкоң ҡанун сығарыу, полиция, аҡса, һалым һәм иммиграция сәйәсәте мәсьәләләрен контролдә тота. Шулай уҡ халыҡ-ара ойошмаларҙа һәм сараларҙа уның үҙ вәкиллектәре һаҡланып ҡала.