Ҡытай теле
син-тибет ғаиләһенең теле йәки тел тармағы, Ҡытай Халыҡ Республикаһының, Ҡытай Республикаһының һәм Сингапурҙың рәсми теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Спецсимволы/азиатские
Ҡытай теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
|
---|---|
Илдәр |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Тайвань, Сингапур, Филиппины, Малайзия, Индонезия, Көнсығыш Тимор, Таиланд, Вьетнам, Мьянма, Камбоджа, АҠШ, Россия, Һиндостан |
Рәсми статусы |
Ҡытай |
Классификация | |
Әлифба |
Ҡытай яҙыуы, ғәҙәти ҡытай иероглифтары[d] һәм упрощение иероглифов[d] |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
кит 315 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Ҡытай теле (үҙ атамаһы 中文, 汉语) — туған тел булараҡ иң күп һөйләшеүселәр һаны булған тел. Син-тибет телдәре ғаиләһенә ҡарай. Ҡытай теле бер береһенән ныҡ айырылған диалекттар йыйылмаһынан тора, шуға күрә күп кенә тел белгестәре ҡытай телен туғандаш булған айырым телдәр системаһы тип ҡарай.
Ҡытай теле син-тибет телдәре ғаиләһендәге ҡытай тармағына ҡарай. Тәүҙә хань этник төркөмөнөң төп теле булған. Хәҙерге формала ҡытай теле КХР-ның, Сингапур һәм Тайваньдың рәсми теле булып тора, шулай уҡ БМО рәсми телдәренең береһе.
Бөтә донъяла ҡытай телендә 1,3 млрд кеше һөйләшә. Тарихи яҡтан был Ҡытай халҡының күпселеге булған хань халҡының теле (ил халҡының 90 % артығы). Бынан тыш, үҙ телен һаҡлаған тиҫтәләрсә миллион ҡытайлылар Көньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәй, ҡытай диаспораһы бөтә донъяға таралған.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәйҙә ҡытайса 70722 кеше һөйләшә.
Бөтә доньяла ҡытай телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 1,3 млрд кеше.