Көньяҡ полюс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ ҡотоп, Көньяҡ полюс — Ер шарының әйләнеү күсәре Көньяҡ ярымшар яғында ер йөҙөн киҫеп үткән урын. Антарктидалағы Поляр яҫы тау эсендә бейеклектә урынлашҡан.
Көньяҡ ҡотоп тирәһендә боҙ ҡалынлығы — 2840 метр. Һауаның уртаса температураһы −48,9 °C (иң юғары −12,3 °C, иң түбән −82,8 °C).
1911 йылдың декабрь айында Көньяҡ Ҡотопҡа Руаль Амундсен етәкселегндәге норвег экспедицияһы барып етә. Был төркөмдә шулай уҡ Олаф Бьоланд, Сверр Хассел, Хельмер Хансен һәм Оскар Вистинг була. 1912 йылдың ғинуар айында — Роберт Скотт етәкселегендәге инглиз экспедицияһы Көньяҡ Ҡотопты яйлай. 1929 йылда американлы Р. Бэрд беренсе булып Көньяҡ Ҡотоп өҫтөнән самолётта осоп үтә. 1958 йылда В. Фукс һәм Э. Хиллари етәкселегендәге британ-Яңы Зеландия экспедицияһы Уэдделл дингеҙенән Росс дингеҙенә Көньяҡ Ҡотоп аша беренсе тапҡыр саңғыла һәм сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙа трансарктик юл үтә.
Көньяҡ Ҡотопта 1957 йылдан АҠШ-тың Амундсен-Скотт ғилми станцияһы эшләй. Боҙҙар күсеше арҡаһында 2006 йылда станция ҡотоптан 100 метр самаһы ситтә булыуы билдәләнә. Көньяҡ ҡотопта боҙ аҫтында юғары энергиялы нейтрино детекторы IceCube эшләй. Детектор 1450—2450 метр боҙ аҫтында урынлашҡан, 1 кубик километр боҙ Черенков радиаторы урынына файҙаланыла.