Лена тамағы ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лена тамағы ҡурсаулығы (рус. Усть-Ле́нский заповедник)[1] — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Лена йылғаһы дельтаһында һәм Хараула һыртының төньяҡ көнбайыш битләүендә, Саха (Яҡут) Республикаһының Булун районы территорияһында урынлашҡан.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Лена.
Ҡыҫҡа факттар Лена тамағы ҡурсаулығы, Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) ...
Лена тамағы ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1 433 000 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 18 декабрь 1985 йыл |
Урынлашыуы | |
73°10′52″ с. ш. 125°18′57″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Саха Республикаһы |
Район | Булун улусы |
ustlensky.ru | |
Лена тамағы ҡурсаулығы Викимилектә |
Ябырға
1985 йылдың 18 декабрендә ойошторола. Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны — 1433 000 гектар (14 330 км²). Участкалар һаны — 2. Ҡурсаулыҡ территорияһының ҙур өлөшө (13 000 км², йәғни 91 %) Лена дельтаһына тура килә, ә уның дөйөм майҙанының 9 процентын ғына (1300 км²) Хараула тауҙарының төньяҡ армыттары биләй.
Буфер зонаһының майҙаны 1050 000 000 гектар тәшкил итә.