Лена
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ле́на (саха Өлүөнэ, бүр. Зγлхэ) — Рәсәйҙәге йылға, Көнсығыш Себерҙең иң ҙур йылғаһы[2]. Төньяҡ Боҙло океандың Лаптевтар диңгеҙенә ҡоя. Донъяла оҙонлоғо буйынса унынсы һәм тулы һыулығы буйынса һигеҙенсе йылға.
Ҡыҫҡа факттар Лена, саха Өлүөнэ ...
Лена | |
---|---|
саха Өлүөнэ | |
«Лена бағаналары» | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 4400 км |
Бассейн | 2 490 000 км² |
Һыу сығымы | 16 350 [1] м³/с (тамағынан 4,7 км алыҫлыҡта) |
Һыу ағымы | |
Инеше (B) | Байкал һырты |
· Урынлашыуы | Качуг районы |
· Бейеклеге | 1650 м |
· Координаталар | 53°56′00″ с. ш. 108°05′01″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Лаптевтар диңгеҙе |
· Урынлашыуы | Булун улусы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 72°24′42″ с. ш. 126°41′05″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,375 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Лаптевтар диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Иркутск өлкәһе,Саха Республикаһы |
РДҺР | 18030900112117500000010, 18030300212117200000003 һәм 18030700112117400000000 |
Лена Викимилектә |
Ябырға
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Лена (мәғәнәләр).
Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы территорияһы аша аға, ҡайһы бер ҡушылдыҡтары Байкал аръяғы, Красноярск, Хабаровск крайҙарына, Бүрәт Республикаһына һәм Амур өлкәһенә ҡарай. Лена — бассейны тулыһынса ил сиктәрендә булған Рәсәйҙәге иң ҙур йылға[3].