Лена ҡаялары милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лена ҡаялары милли паркы (рус. Национальный парк «Ле́нские столбы́»), (яҡут. Өлүөнэ турууктара) — Саха Республикаһында, Лена йылғаһы ярындағы геологик формация һәм милли парк. Хангалас улусында, Покровск ҡалаһынан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Лена ҡаялары (бағаналары) — вертикаль оҙонса һуҙылған тау тоҡомдары комплексы, улар йылға яры буйлап урынлашҡан, тәрән үҙән булып, Лена яны яҫы таулығын киҫеп үтә.
Ҡыҫҡа факттар Лена ҡаялары, Төп мәғлүмәт ...
Лена ҡаялары | |
---|---|
саха Өлүөнэ турууктара | |
Категория МСОП — МСОП II категорияһы: милли парк[d] (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 12179,41 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 16 август 1994 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Лена ҡаялары милли паркы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
61°06′25″ с. ш. 127°21′42″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Саха Республикаһы |
Районы | Алдан районы, Олёкмай районы, Хангалас улусы |
Яҡындағы ҡала | Покровск |
lena-pillars.ru | |
Лена ҡаялары милли паркы Викимилектә |
Ябырға
2012 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, 2018 йылдың 6 авгусынан Лена ҡаялары Рәсәйҙә милли парк статусы ала.