Мөхәммәт Иҡбал
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аллама Мөхәммәт Иҡбал (урду علامه محمد اقبال, ингл. Allama Muhammad Iqbal; 1877 — 1938) — Британ Һиндостаны шағиры, сәйәсмәне һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, адвокат[7]. Философ һәм аҡыл эйәһе, «Пакистандың рухи атаһы» тип иҫәпләнелгән шәхес[8], был илдең киләсәген алдан хәбәр итеүсе. Урду телендәге әҙәбиәттең төп фигураһы.. Уның хеҙмәттәре урду, фарсы, панджаб һәм инглиз телдәрендә яҙылған.
Пакистан, Иран халыҡтары, шулай уҡ халыҡ-ара әҙәбиәт белгестәре[9], күренекле шағир булараҡ, уның менән һоҡлана. Иҡбал, күренекле шағир булараҡ билдәле булыу менән бергә «хәҙерге замандың мосолман философияһы буйынса аҡыл эйәһе» булараҡ та киң танылыу алған шәхес[10]. Уның «Шәхес тылсымы» (Асрар-и худи) тип аталған беренсе шиғри китабы 1915 йылда фарсы телендә баҫыла. Иҡбалдың түбәндәге шиғри китаптары ла иғтибарға лайыҡ: «Аллегориянан баш тартыу» (Рамуз-и бекхуди), «Көнсығыштан хат» (Пайам-и машрик) һәм «Фарсы доғаһы» (Забур-е Аджам). Улар араһында урду телендәге иң билдәле эштәре түбәндәгеләр: «Ҡарауан ҡыңғырауы сыңы» (Банг-и дара), «Ғазраил ҡанаты» (Бал-и Ябраил), «Кәлим таяғы һуғыуы» (Зарб-и Калима һәм) һәм «Хиджаз байлығы» (Армаган-и Хиджаз). Урду һәм фарсы телдәрендәге шиғриәте менән бер рәттән, урду һәм инглиз телдәрендә яҙылған лекциялары һәм хаттары мәҙәни, социаль дини һәм сәйәси дискурстарға[11] ҙур йоғонто яһай.
1922 йылда король Георг Бишенсенән ул рыцарь-бакалавр дәрәжәһен ала[12]. Англияла Хоҡуҡ һәм философияны өйрәнеп, Иҡбал Бөтә Һиндостан Мосолман лигаһының Лондон бүлексәһе ағзаһы булып китә[10][11]. Аҙаҡ, Лиганың 1930 йылдың декабрендәге сессияһы ваҡытында, киң билдәле президент телмәре булып яңғыраған һәм Аллаһабад Мөрәжәғәтнамәһе булараҡ танылған телмәрендә ул Британия Һиндостанының төньяҡ-көнбайышында мосолман дәүләтен төҙөүҙең көнүҙәк булыуын дәлилләй[10][11].
Көньяҡ Азияның аралашыу урду телендә барған ҙур өлөшөндә, Иҡбал Шайр-э-Машрик (урду: مشرق شاعر, «көнсығыш шағиры») булып һанала[13][14]. Уны шулай уҡ Муфаккир-и-Пакистан (урду: پاکستان مفکر, «Пакистандың аҡыл эйәһе»), Мусавар-и-Пакистан (урду: پاکستان مصور, «Пакистанды булдырыусы») һәм Хәким-уль-Уммат (урду: حکیم الامت, «Өммәнең аҡыл эйәһе») тип тә атайҙар. Пакистан хөкүмәте рәсми рәүештә уны «Пакистандың милли шағиры» тип атай. Уның тыуған көнө Йом-е Веладат-е Мөхәммәт Иҡбал (урду: «Мөхәммәт Иҡбалдың тыуған көнө») Пакистандың дәүләт байрамы булараҡ билдәләнелә.
Иҡбалдың йорто элеккесә Сиалкотта урынлашҡан, һәм килеүселәр өсөн Манзилем Иҡбал һәр саҡ асыҡ. Ғүмеренең күп өлөшөн шунда йәшәгән һәм шунда вафат булған йорто Лахорҙа урынлашҡан, һәм ул Джавед Манзил тип атала. Музейы Лахорҙың (Пенджаб, Пакистан) тимер юл вокзалынан алыҫ түгел Аллама Иҡбал Роудта урынлашҡан. 1975 йылдан алып ул Пенджабтың боронғолоғо тураһындағы Законға ярашлы дәүләт яҡлауына алынған, ә 1977 йылда ул Пакистандың милли ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.