Хуанхэ
Ҡытайҙағы йылға, Азиялағы иң ҙур йылға / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хуанхэ[3] (ҡыт. трад. 黃河, упр. 黄河, пиньинь: Huáng hé) — Ҡытайҙағы йылға, Азиялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе . Ҡытай теленән тәржемәһе — «Һары йылға», йылға ағымы менән ағып килгән ваҡ ҡырсын, балсыҡ киҫәктәре уның төбөнә һәм ярҙарына ултыра барған, һөҙөмтәлә Хуанхэның һыуы һарыраҡ төҫтә[4]. Нәҡ шуға ла был йылға ҡойған диңгеҙ Һары диңгеҙ тип атала. Хуанхэ йылғаһы бассейны ҡытай этносының формалашҡан һәм нығынған урыны тип һанала .
Хуанхэ | |
Һыу башы | Kariqu[d][1][2] һәм Баян-Хара-Ула[d] |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Бохайский залив[d] |
Ҡушылдыҡ | Duo Qu[d], Bai He[d], Мацюй[d], Qushian River[d], Дасяхэ[d], Хуаншуй[d], Датунхэ[d], Таохэ[d], Zhuanglang He[d], Цзулихэ[d], Qingshui River[d], Dustin He[d], Wujia River[d], Дахэйхэ[d], Удинхэ[d], Yan River[d], Фэньхэ[d], Sushui He[d], Вэйхэ[d], Qin He[d], Yiluo River[d], Daqing River[d], Dawen River[d], Цзишуй[d], Q20019976? һәм Jindi He[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Cocha Lakes[d], Джарин-Нур[d], Орин-Нур[d] һәм Хукоу[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Yellow River Basin[d] |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Ҡытай |
Һыу сығымы | 2571 м³/с |
Бассейн майҙаны | 752 000 км² |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Цинхай, Сычуань[d], Ганьсу[d], Нинся-Хуэйский автономный район[d], Внутренняя Монголия[d], Шэньси[d], Шаньси[d], Хэнань[d] һәм Шаньдун[d] |
Оҙонлоҡ | 5464 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Хуанхэ[d] |
Хуанхэ Викимилектә |
Хуанхэ йылғаһы Тибет ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә 4000 м ашыу бейеклектә башлана, Орин-Нур һәм Джарин-Нур күлдәре, Куньлунь һәм Наньшань тау армыттары аша аға. Ордос һәм Лёссовый яйлаларын киҫеп үткәндә үҙенең урта ағымында оло бөгөл хасил була, артабан Шаньсий тауҙары тарлауығы аша Бөйөк Ҡытай тигеҙлегенә сыға, уның буйынса яҡынса 700 км аҡҡандан һуң Һары диңгеҙҙең Бохай ҡултығына ҡоя һәм ошонда дельта барлыҡҡа килтерә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса йылға оҙонлағо 4670 километрҙан 5464 километрға тиклем, ә майҙаны 771 мең квадрат километрҙан 745 мең квадрат километрға етә.
Йылға аша секундына яҡынса 2000 кубометр һыу аға. Йәйгеһен һыу кимәле тигеҙлектәрҙә 5 метрға тиклем, ә тауҙарҙа 20 метрға тиклем күтәрелгәндә йылғала муссондарға хас күренештәр күҙәтелә.
Хуанхэ, Лёссовый яйлаһын һәм Шаньсий тауҙарын йыуҙыртып, йыл һайын 1,3 миллиард тонна таш һәм балсыҡтан торған ҡатнашманы диңгеҙгә алып сыға, был йәһәттән ул донъялағы йылғалар араһында беренсе урынды биләй. Ағым алып килгән таш һәм балсыҡ ҡатнашмаһы йылға төбөнә үтә интенсив рәүештә ултырыу сәбәпле, түбәнге ағымында тирә-яғындағы тигеҙлектән 3 метрҙан 10 метрға тиклем юғарыраҡ урынлашҡан йылға улағы тағы юғарыраҡ күтәрелә. Ташҡындарҙан һаҡланыу маҡсатында, Хуанхэ йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары дөйөм алғанда 5 мең километр оҙонлоғондағы масштаблы дамбалар менән кәртәләнгән. Дамбаларҙың йырылыуы ҙур һыу баҫыуҙарға һәм йылға улағының икенсе урынға күсеүенә килтерә. Ташҡын кешеләрҙең күпләп һәләк булыуына килтергәнгә күрә, йылғаға «Ҡытай ҡайғыһы» тигән ҡушамат бирелә. Хуанхэ улағының икенсе урынға күсеүенең иң юғары күрһәткесе — 800 километр.
Беҙҙең эраның 11-се йылында Хуанхэның, дамбаны йырып, яңы улаҡҡа күсеүе гуманитар һәләкәттең сәбәбе була, шул вҡытта Синь династияһының ҡолауына килтергән факторҙарҙың береһе лә булып тора. Беҙҙең эраның 602 йылынан беҙҙең көндәргә тиклем йылға улағының 26 тапҡыр урынын алмаштырыуы һәм 1573 тапҡыр дамбаның йырылыуы теркәлгән[5]. 1931 йылда (тәбиғи) һәм 1938 йылдағы һыу баҫыу — иң ҙур һәләкәттәрҙән иҫәпләнә. 1938 йылда дамбаны Гоминьдан властары япон армияһының һөжүмен туҡтатыу маҡсатында йыра.