Әзербайжан мәҙәниәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан мәҙәниәте — Әзербайжан халҡының һәм Әзербайжан биләмәһендә ҡасандыр булған дәүләттәрҙең мәҙәниәте. Әзербайжандағы мәҙәниәт үҫеше Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы тарихтағы хәрби һәм сәйәси ваҡиғалар йоғонто яһай.
XIV—XV быуаттарында Әзербайжанда йәшәүсе төп халыҡ - төрки телле әзербайжан этносы формалашыу менән уның мәҙәниәте лә барлыҡҡа килә. Уның мәҙәниәтен ғосман мәҙәниәтенән айырыуы бик ауыр. XV быуатта әзербайжан мәҙәниәтенең ике үҙәге формалаша — Көньяҡ Әзербайжан һәм Үҙәнле Ҡарабах. Әзербайжан мәҙәниәте XIV—XV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән тигәндә, уның милли телгә бәйле әҙәбиәт һәм башҡа өлөштәрен күҙ уңында тотоу урынлы. Матди мәҙәниәтенә килгәндә, ул урындағы халыҡ төркиләшкәндән һуң да ғәҙәти булып ҡала. Әзербайжан мәҙәниәте үҙаллы булғас та иран һәм ғәрәп мәҙәниәте менән яҡын мөнәсәбәтен һаҡлап ҡала. Улар уртаҡ дин һәм дөйөм мәҙәни-тарихи традициялары менән дә нығытыла[1].
Археологик ҡаҙылмалар һәм һаҡланып ҡалған матди ҡомартҡылар Әзербайжан ерендә йәшәгән тарихҡаса (Гобустан ҡаҙылмалары), шулай уҡ албан осоро (Кум һәм Лекит ауылындағы ҡорамдар)[./Әзербайжан_мәҙәниәте#cite_note-The_Grove_Encyclopedia.E2.80.942009.E2.80.94.E2.80.94237237-1 [1]] халыҡтарының мәҙәни үҫешен иҫбатлай. Ислам дине таралыу менән мосолман мәҙәниәте үҫешә башлай: мәсет һәм мәҙрәсәләр, мавзолейҙар төҙөлә. Әзербайжан әҙәниәтенә совет осоро ла йоғонто яһай. XXI быуат мәҙәниәт өлкәһендә модернизация осоро[2].