Әзербайжан
көнсығыш Кавказда һәм Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышындағы ил / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан (әзерб. Azərbaycan Respublikası) — көнсығыш Кавказда һәм Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышындағы ил.
| |||||
Милли девиз: «Odlar Yurdu» | |||||
Гимн: Әзербайжан Республикаһының гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | Иғлан ителгән: 1918 й. Танылған 1991 й. (Рәсәй иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Әзербайжан теле | ||||
Баш ҡала | Баҡы | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Гәнжә, Сумҡайыт | ||||
Идара итеү формаһы | Президент республикаһы | ||||
Президент | Илһам Әлиев | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 111 урын 86 600 км² - | ||||
Халыҡ • Барыһы (2014) • Тығыҙлыҡ | 89 урын 9 511 100[1] 110 кеше/км²
| ||||
Валюта | Әзербайжан манаты | ||||
Интернет-домен | .az | ||||
Телефон коды | +994 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC -2...-5 |
Төньяҡтан — Рәсәй (Дағстан) һәм Грузия (Квемо-Картли һәм Кахети), көнбайыштан — Әрмәнстан, һәм көньяҡтан Иран менән сиктәш.
Әзербайжан территорияһының бер өлөшө танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы күҙәтеүе аҫтында, бер өлөшө — Әрмәнстан (Кәрки, Бархударлы, Юғары Әскипара эксклавтары) күҙәтеүе аҫтында. Әзербайжан, үҙ сиратында, Әрмәнстандың Арцвашен эксклавын үҙ күҙәтеүе аҫтында тота.
Илдең баш ҡалаһы — Баҡы ҡалаһы. 1918 йылда Гәнжә ҡалаһы бер нисә ай баш ҡалаһы була. Әзербайжан территорияһында бер нисә тарихи илдең баш ҡалалары урынлашҡан: Шәки, Шуша, Ғабала, Бәрдә, Шәмәхә һәм Нахчиван.
Newsweek журналы фаразлауы буйынса, Әзербайжан «Донъяның иң яҡшы илдәре» исемлегендә 69 урында тора (ингл. The world’s best countries).
Әзербайжан — күп милләтле, күп динле дәүләт. Республикала күпселек халыҡ ислам, әҙерәге — христиан, иудаизм диндәренә ҡарай.
Әзербайжан Демократик Республикаһының үҙаллылығы 1918 йылдың 28 майында иғлан ителә. Уны мосолман илдәре араһындағы беренсе демократик доньяуи республика тип атайҙар.