Антропология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Антропология (от бор. грек. ἄνθρωπος — кеше; λόγοςλόγος — фән) — кешене, уның сығышын, үҫешен, тәбиғи һәм мәҙәни (яһалма) мөхиттә үҫешен, йәшәйешен барыһын бергә йыйып өйрәнеүсе фәнни дисциплина[1][2]. Антропология төрлө тәбиғи-географик мөхиттә тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән кешеләр араһындағы физик айырмалыҡтарҙы өйрәнә[3]. Советтар Союзында антропологияны кеше һәм уның расаларының сығышы һәм кеше эволюцияһы тураһындағы фән, йәғни физик антропология фәне тип ҡарағандар[4].
Расалар тураһындағы белем — антропологияның кеше расаларын тикшереүсе төп бүлеге (хәҙерге расаларҙың классификацияһы, уларҙың географик таралышы, тарихи формалашыуы һәм башҡа проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлек)[5][6].