Анюй милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Анюй милли паркы (рус. Аню́йский национа́льный парк)[1] — Хабаровск крайының Нанай районындағы милли парк. Милли парк 2007 йылдың 15 декабрендә барлыҡҡа килә[2]. Идара итеүсе ойошма — Анюй милли паркы федераль дәүләт учреждениеһы 2009 йылдың 13 мартында ойошторола. Амур йылғаһының уң ярында, Анюй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан һәм Сихотэ-Алинь тауҙарының кеше эшмәкәрлеге әҙ йоғонто яһаған районын биләй[3].
Ҡыҫҡа факттар Анюй милли паркы, Категория МСОП — II (Милли парк) ...
Анюй милли паркы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 4293 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 15 декабрь 2007 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Анюй милли паркы федераль дәүләт учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
49°26′26″ с. ш. 136°33′25″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
anyui-park-rf.ru | |
Анюй милли паркы Викимилектә |
Ябырға
Парк биләмәһенең майҙаны — 429,37 мең гектар[4]. Төньяҡтан һәм көнбайыштан Р454 автомобиль юлы менән сикләнгән (Хабаровск — Амурҙағы Комсомольск/Лидога — Ванино). Етәкселеге Хабаровск крайының Нанай районы Троицк ауылында урынлашҡан[4].
Паркта бер генә торама пункт — Үрге Манома ауылы бар.