Бахрейн
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бахре́йн, рәсми исеме Бахре́йн короллеге[1] (ғәр. مملكة البحرين — Мәмләкә әл-Баһрәйн) — Фарсы ҡултығында шул уҡ исемдәге архипелагта урынлашҡан утрау-дәүләт. Был дәүләт территорияһының 83 процентҡа яҡын өлөшө Бахрейн утрауы тирәләй урынлашҡан 51 тәбиғи һәм 33 яһалма утрауҙан торған ҙур булмаған архипелагта ята. Ил Катар ярымутрауы һәм Сәғүд Ғәрәбстанының төньяҡ-көнсығыш яр буйҙары араһында урынлашҡан, Сәғүд Ғәрәбстаны менән 25 километрлы күпер аша тоташҡан (күпер Король Фәхд исемен йөрөтә). 2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бахрейнда 1,2 миллиондан ашыу кеше йәшәй, уларҙың яҡынса яртыһы ил гражданы булып иҫәпләнмәй[2]. 780 квадрат километр майҙанды биләгән ил (300 квадрат миль) Азияла Мальдив утрауҙары һәм Сингапурҙан ҡала өсөнсө иң бәләкәй ил[3] Баш ҡалаһы һәм архипелагтағы иң ҙур ҡала — Манама.
| |||||
Гимн: «Беҙҙең Бахрейн» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 14 август 1971 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | Ғәрәп теле | ||||
Баш ҡала | Манама | ||||
Эре ҡалалар | Манама | ||||
Идара итеү төрө | Абсолют монархия | ||||
Король
Премьер-министр | Хамад ибн Иса аль-Халифа
Халифа ибн Салман аль-Халифа | ||||
Дәүләт дине | Ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 184 750 км² 0% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 1 234 571 чел. (155) 1189,5 чел./км² | ||||
Валюта | Бахрейн динары (BHD, код 48) | ||||
Интернет-домен | .bh[d] | ||||
Код ISO | BH | ||||
МОК коды | BRN | ||||
Телефон коды | +973 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Бахрейн — боронғо Дильмун иленең урынлашҡан ере[4]. Боронғо замандарҙан ынйы табыу кәсебе менән билдәле була, ынйыһы XIX быуатҡа тиклем донъялағы иң сифатлыһы тип иҫәпләнә[5]. Бахрейн — беҙҙең эраға тиклем 628 йылда, Мөхәммәт Пәйғәмбәр иҫән саҡта уҡ, ислам динен ҡабул иткән тәүге төбәктәрҙең береһе. Ғәрәп хакимлығы осоронан һуң Бахрейн 1521 йылдан 1602 йылға тиклем Португалия империяһы, Сәфәүиҙәр династияһынан булған шаһ Аббас I тарафынан яулап алынғандан һуң Фарсы империяһы ҡулы аҫтында йәшәй. 1783 йылда Утуб кланы Бахрейнды Наср әл-Мадһкурҙан тартып алғандан һуң Әл Хәлифә король ғаиләһе идара итә, ә Әхмәт әл Фәтих Бахрейндың беренсе хакимы була.
1800-сө йылдар аҙағында, Британия менән килешеүҙәр төҙөлгәндән һуң, Бахрейн Берләшкән короллек протекторатына буйһона. 1971 йылда ул бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Элекке Бахрейн әмирлеге 2002 йылда ислам конституцион монархияһы тип иғлан ителә.
2011 йылда төбәктәге Ғәрәп яҙы менән рухланған болалар башлана[6]. Хакимлыҡ иткән король ғаиләһе төрлө төркөмдәргә, бигерәк тә сәйәси оппоненттарға һәм мосолман шығыйҙарға ҡарата кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа тәнҡитләнә[7].
Бахрейн беренселәрҙән булып Фарсы ҡултығында пост-нефть иҡтисадын үҫтерә башлай[8], тиҫтә йылдар дауамында банк һәм туризм секторҙарына инвестициялар һала[9]; шуға ла донъялағы иң эре финанс институттарының күбеһе илдең баш ҡалаһында урынлаша. Бахрейнда кешелек үҫеше индексы бик юғары, һәм Бөтә донъя банкы уны килем кимәле юғары булған ил тип таный. Ул — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Ҡушылмау хәрәкәте, Ғәрәп илдәре лигаһы, Ислам Хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Фарсы ҡултығы илдәре хеҙмәттәшлеге советы ағзаһы.
Короллек Фарсы ҡултығындағы ерҙәрен АҠШ-ҡа авиабазалар урынлаштырыу өсөн бирә.