Блюз
музыка формаһы һәм музыка жанры / From Wikipedia, the free encyclopedia
Блюз (ингл. blue devils, моңланыу һәм ҡайғы[1]) — XIX быуат аҙағында АҠШ Көньяҡ-көнсығыш афроамерика йәмғиәтенең «Мамыҡ билбау» плантацияһынан сыҡҡан кешеләр араһында таралған музыка формаһы һәм музыка жанры. Донъя музыка мәҙәниәтенә афроамерикандар индергән иң әһәмиәтле өлөшө (рэгтайм һәм иртәнге джаз, хип-хоп һ.б. менән бер рәттән). Иң тәүҙә был терминды Джордж Колман бер актлы фарс "Blue Devils"та (1798) ҡулланған[2]. Блюзда «эшселәр йыры», холлер (баҫыуҙа эш ваҡытында ритмик ҡысҡырыу), спиричуэлс (христиандарҙың дини йырҙары), шант һәм балладалар (ҡыҫҡа шиғри мажара). Бдюздың өҫтөнлөклө музыка формаһы — 12-тактлы блюз квадраты, унда тәүге 4 такт йыш ҡына тоник гармонияла башҡарыла, 2-шәр — субдоминантала һәм тоникала һәм 2-шәр — доминантала һәм тоникала[3]. Блюзда метрик нигеҙ — 4/4. Йыш ҡына шаффл тип аталған пауза менән һигеҙенсе триолдәр ритмы ҡулланыла (метр — 12/8) Бөгөнгө көндә билдәле «поп», «джаз», «рок-н-ролл» «соул» музыка төрҙәренә йоғонтоһо ҙур. Йыш ҡына музыка «һорау — яуап» формаһында ҡорола, ул композицияның лирик тулыландырылыуында, шулай уҡ инструменттарҙың үҙ-ара әңгәмәһендә сағыла. Блюз тематикаһы − афроамерика халҡының тормошо, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар.
Блюз | |
Йүнәлеше: |
халыҡ музыкаһы, популяр музыка |
---|---|
Сығышы: |
госпелс, спиричуэлс, холлерс, |
Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты: |
АҠШ-тың көньяғы, көнбайышы |
Таралған йылдары: |
XX быуат башы |
Эсендәге жанрҙар: | |
ауыл блюзы, дельта-блюз | |
Туғандаш жанрҙар: | |
кантри | |
Сығарылма жанрҙар: | |
джаз, буги-вуги, ритм-н-блюз, рок-н-ролл |