Булганин Николай Александрович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Николай Александрович Булганин (30 май (11 июнь) 1895 йыл[7], Түбәнге Новгород — 24 февраль 1975, Мәскәү) — совет дәүләт эшмәкәре. КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы (Политбюро) ағзаһы (1948—1958, 1946 йылдан ағзалыҡҡа кандидат), партия Үҙәк Комитеты ағзаһы (1937—1961, 1934 йылдан кандидат). Советтар Союзы маршалы (1947, 1958 йылда был исемдән мәхрүм ителә), генерал-полковник. И. В. Сталиндың яҡындары араһына инә.
СССР Министрҙар Советы Рәйесе (1955—1958), 1950 йылдан — беренсе урынбаҫар, 1947 йылдан — урынбаҫар, 1938—1944 йылдарҙа СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары. Өс тапҡыр СССР Дәүләт банкы рәйесе (1938—1940, 1940—1945, 1958). 1953—1955 йылдарҙа — оборона министры, 1947—1949 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәре министры. Был 1937—1938 йылдарҙа — РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе. 1-5 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1937—1962). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1955).