Газ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Газ, йәки газ хәлендәге торош (нидерл. gas һүҙенән, бор. грек. χάος (háos) һүҙенә барып тоташа) — матдәнең дүрт төп агрегат хәленең береһе, газ уны төҙөүсе өлөшсәләр (молекулалар, атомдар йәки иондар) араһындағы бик көсһөҙ бәйләнештәр, шулай уҡ уларҙың ныҡ хәрәкәтсән булыуы менән характерлана. Газ өлөшсәләре бәрелештәр аралығында ирекле һәм тәртипһеҙ хәрәкәт итәләр, бәрелешкәндән һуң уларҙың хәрәкәт характеры ҡырҡа үҙгәрә[1].
Тотороҡло шыйыҡ йәки ҡаты агрегат хәле булған матдәләрҙең газын пар тип атайҙар. Реаль газ, үҙсәнлектәре идеаль газдың үҙсәнлектәренән бик айырылмаған ныҡ үтә ҡыҙҙырылған пар ул. Ошоноң менән бәйле парҙарҙың һәм реаль газдарҙың термодинамик һүрәтләнешендә ике торошто ғына айырып ҡарарға кәрәк — туйынған парҙар (ике фазалы системалар) һәм үтә ҡыҙҙырылған парҙар — (бер фазалы газ хәлендәге торош)[2]. Реаль газ төшөнсәһенең икенсе билдәләмәһе лә бар, ул матдәнең газ хәлендәге торошоноң туйынған парҙан алып үтә ныҡ ҡыҙҙырылған һәм ныҡ һирәкләнгән бөтә диапазонын үҙ эсенә ала.
Шыйыҡлыҡтар кеүек үк, газдар ағыусан һәм деформацияға ҡаршылыҡ күрһәтәләр. Шыйыҡлыҡтарҙан айырмалы рәүештә, газдарҙың билдәле бер күләме юҡ, ә бирелгән бөтә күләмде (мәҫәлән, һауыттың) биләй. Планетар масштабта газды атмосферала гравитация тотоп тора.
Газ хәле — йыһанда матдәнең иң таралған агрегат хәле (йондоҙ-ара матдә, томанлыҡтар, йондоҙҙар, планеталар атмосфераһы һәм башҡа шулар). Газ һәм газ ҡатнашмалары химик үҙенсәлектәре буйынса күп төрлө — инерт газдарҙан алып шартлатҡыстарға тиклем. «Газ» төшөнсәһе атомдар һәм молекулалар йыйылмаһына ғына түгел, ә башҡа элементар квант өлөшсәләренә (йәғни квант системаһына) — фотондар, электрондар, броун өлөшсәләре йыйылмаһына, шулай уҡ плазмаға тарала.
Шыйыҡлыҡты парға әйләндереү өсөн, уны йылытыу мотлаҡ түгел. Бейеккә мендереп атмосфера баҫымын кәметергә, йәки вакуумлаштырырға мөмкин.