Көньяҡ Осетия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ Осетия Республикаһы — Азиялағы дәүләт.
| |||||
Гимн: Көньяҡ Осетия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 21 декабрь 1991 (Грузиянан иленән) | ||||
Рәсми телдәр | осетин теле, урыҫ теле | ||||
Баш ҡала | Цхинвал[1] | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Цхинвал, Квайса | ||||
Идара итеү формаһы | Президент республикаһы | ||||
Президент Парламент Рәйесе Хөкүмәт Рәйесе | Анатолий Бибилов | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 167 урын 3900 км² үп түгел | ||||
Халыҡ • Барыһы (2015) • Тығыҙлыҡ | 53 532 13,73 кеше/км²
| ||||
Валюта | Рәсәй һумы | ||||
Телефон коды | ++7 9971, +7 9976, +7 99744, +7 995344[4]
|
Көньяҡ Осетия (осет. Республикæ Хуссар Ирыстон [resˈpublikæ ˈχussar iˈrəston], груз. სამხრეთ ოსეთის რესპუბლიკა [ˈsɑmχrɛtʰ ɔˈsɛtʰɪs rɛsˈpʼublɪkʰɑ]) йәки Алания дәүләте (осет. Паддзахад Алани) — өлөшләтә танылған дәүләт[5]. Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәгендә урынлашҡан. Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. (осет. Республикæ Хуссар Ирыстон), легитимлылығы БМО-ның биш ағза иле (Рәсәй, Венесуэла, Никарагуа, Науру, Сүриә) һәм танылмаған һәм өлөшләтә танылған дүрт дәүләт тарафынан танылған. Күпселек илдәр уны Грузияның бер өлөшө тип иҫәпләй.
Грузияның административ-территориаль бүленеше мәғлүмәттәре буйынса, республика урынлашҡан территория Грузияның Шида-Картли, Мцхета-Мтианети, Имерети и Рача-Лечхуми һәм Түбәнге Сванетия өлкәләренең бер өлөшөнә ҡарай. Грузия Конституцияһында — «элекке Көньяҡ Осетия автономиялы өлкәһе», башҡа бер төркөм документтарҙа «Цхинваль төбәге» тип атала. 2007 йылдың 10 майында ҡабул ителгән «Элекке Көньяҡ Осетин автономиялы өлкәһендә низағты көйләү өсөн тейешле шарттар булдырыу тураһында» законына ярашлы[6], элекке Көньяҡ Осетин автономиялы өлкәһе территорияһында ваҡытлыса административ берәмек булдырыла, ул ваҡытта Грузия тарафынан контролдә тотола. 2008 йылдағы һуғыштан һуң ваҡытлы хакимиәт формаль рәүештә генә йәшәй, шуға күрә 2015 йылда уны бөтөрөргә тәҡдим итәләр[7].
1922—1990 йылдарҙа Көньяҡ Осетия Грузия ССР-ы составында автономиялы өлкә була. Көньяҡ Осетия Хөкүмәте административ-территориаль йәһәттән республика биләмәһен 4 районға бүленгән тип ҡарай: Цхинваль, Лениногорск, Знаур һәм Дзау. Грузия Юғары Советы уның территорияһын Ахалгор, Гори, Джав, Карели, Они һәм Сачхер административ райондарына бүлә. Көньяҡ Осетия Рәсәйҙең сәйәси, иҡтисади һәм хәрби ярҙамына таяна[8][9].
Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон Венесуэла[10][11], Науру, Никарагуа[12],, Рәсәй[13] һәм Сүриә[14] таный.