Литва
From Wikipedia, the free encyclopedia
Литва́ (лит. Lietuva [lʲɪɛtʊˈvɐ]), рәсми исеме — Литва Республикаһы (лит. Lietuvos Respublika) — Көнсығыш Европаның Балтик диңгеҙе буйында урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Гимн: «Tautiška giesmė» | |||||
Литвы күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро) — Европа берлегендә (асыҡ-йәшел) | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 16 февраль 1918 й. 11 март 1990 й (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми тел | литва теле | ||||
Баш ҡала | Вильнюс | ||||
Эре ҡалалар | Вильнюс, Каунас, Клайпеда | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент
Премьер-министр | Гитанас Науседа
Ингрида Шимоните | ||||
Территория • Бөтәһе | 123 65 200 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Перепись (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | ▼ 2 988 400[1] чел. (136) 3 054 000[2] чел. 49 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
61,342 млрд.[3] долл. 18 769 долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
43,171 млрд. долл. 13 190 долл. | ||||
Этнохороним | литвалылар | ||||
Валюта | Евро (EUR) (Код 978) | ||||
Интернет-домен | .lt | ||||
Код ISO | LT | ||||
МОК коды | LTU | ||||
Телефон коды | +370 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 2 |
Майҙаны — 65 300 км²[4]. Төньяҡтан көньяҡҡа тиклем оҙонлоғо — 280 км, көнбайыштан көнсығышҡа тиклем — 370 км[5]. Халҡы — 2 795 175 кеше (ғинуар, 2021)[6]. Халҡы буйынса донья илдәре араһында 137 урында, территорияһы буйынса 121 урында. Балтик диңгеҙенең көнсығыш ярында урынлашҡан, диңгеҙгә сығыу юлы бар. Яр һыҙаты 99 км (был Балтия илдәре араһында иң бәләкәй күрһәткес). Төньяҡтан Латвия, көньяҡ-көнсығыштан Беларусь, көньяҡ-көнбайыштан Польша һәм Рәсәйҙең Калининград өлкәһе менән сиктәш.
Баш ҡалаһы — Вильнюс. Рәсми теле — литва теле. Аҡса берәмеге — евро.
1990 йылдың 11 мартында үҙаллылығын кире ҡайтарыу тураһында иғлан итте,[7] һәм юридик яҡтан 1991 йылдың 6 сентябрендә рәсмиләштерҙе..
ООН (1991), ОБСЕ (1991), Европа Советы (1993), ВТО (2001), Евросоюз (2004), НАТО (2004) и ОЭСР (2018) ойошмаларында ағза булып тора. Шенген һәм Еврозонаға инә.