Православие дине
From Wikipedia, the free encyclopedia
Правосла́вие дине (православие-грек. ὀρθοδοξία[1] — һүҙмә-һүҙ «дөрөҫ данлау (Алланы)», тарихи, мәғәнәһе буйынса— «дөрөҫ фекер йөрөтөү»[2]) — беренсе меңйыллыҡта Византияла Бөтә донъя (христиан) соборҙары ваҡытында барлыҡҡа килгән христианлыҡтағы төп һәм иң боронғо йүнәлештәрҙең береһе [3][4][5][6]. Эйәреүселәре һаны буйынса католиктарҙан (1,25 млрд) һәм протестанттарҙан ҡала (800 млн) өсөнсө (300 млн кешегә яҡын)[7][8] урынды биләй.
Православие дине | |
Өлөшләтә тура килә | ортодоксия[d] |
---|---|
Православие дине Викимилектә |
Православие, сиркәү юлынан ситкә тайпылғандарҙан айырмалы (ересь), Изге Китапта һәм Изге Преданиела (греч. Ιερά Παράδοση, лат. Sacra Traditio, Изге Йола) һүрәтләнгән ысын Апостол дине булараҡ аңлатылған Православие сиркәүе тәғлимәте, был сиркәү административ бер-береһенән бойондороҡһоҙ автокефаль урындағы Сиркәүҙәр берләшмәһе (урындағы (поместная) Сиркәү дәүләт, административ сиктәр буйынса билдәләнә)[4] .
Православие Сиркәүе филиокванан (Изге рух «Ата һәм Улдан» тигән догматты танымай, тик «Атанан» ти) тыш Никея-Константинополь иман символын, ете Бөтә донъя соборы Догматик билдәләмәләрен һәм ҡарарҙарын таный, үҙен Иисус Христос (Ғайса пәйғәмбәр) нигеҙләгән һәм башында торған берҙән-бер кафолик (вселенская) сиркәү тип һанай[9][10][11]. .
Православие хәҙерге заманда түбәндәге илдәрҙә өҫтөнлөк иткән конфессия: Рәсәй, Балҡан ярым урауының бер өлөшө(Греция, Сербия, Болгария, Румыния, Төньяк Македония, Черногория), Украина, Белоруссия, Молдавия, Грузия, Кипр[12].