Славян телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Славя́н телдәре — һинд-европа ғаиләһенә ҡараған туғандаш телдәр төркөмө. Үҙәк Европа һәм Көнсығыш Европа һәм Төньяҡ Азия илдәрендә таралған[3]. Славян телдәрендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 400 миллиондан ашыу кеше[4][5][6][7], башлыса славяндар. Һүҙ структураһында, грамматик категорияларҙы ҡулланыуҙа, һөйләм структураһында, семантикала, өндәрҙең даими тап килеү системаһында, морфонологик сиратлашыуҙарҙа бер-береһенә яҡынлыҡ дәрәжәһе ҙур. Был яҡынлыҡ славян телдәренең килеп сығышының берҙәмлеге һәм уларҙың әҙәби телдәр һәм диалекттар кимәлендә үҙ-ара оҙайлы һәм интенсив бәйләнеше менән аңлатыла.
Славян телдәре | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Тарихи тыуған иле | |
Ареал |
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, Себер, Урта Азия |
Телде белеүселәр һаны |
400—500 млн |
Классификация | |
Категория | |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Состав | |
Көнсығыш славян телдәре, Көнбайыш славян телдәре, Көньяҡ славян телдәре төркөмсәләре | |
Бүленгән ваҡыты |
б. э. I быуаты [1] (строгий подсчёт)
|
Процент совпадений |
83 % |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
сла 604 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Төрлө этник, географик һәм тарихи-мәҙәни шарттарҙа славян халыҡтарының оҙайлы үҙаллы үҫеше, уларҙың төрлө этник төркөмдәр менән бәйләнеше матди, функциональ һәм типологик характерҙағы айырмаларға килтерә.