Церера (кәрлә планета)
Астероид / From Wikipedia, the free encyclopedia
Церера (Кесе планеталар үҙәге каталогы буйынса 1 Ceres, символы: )[19] — Ҡояшҡа иң яҡыны һәм Ҡояш системаһының билдәле кәрлә планеталары араһында иң бәләкәйе. Астероидтар билбауында урынлашҡан . Церераны 1801 йылда итальян астрономы Джузеппе Пиацци Палерма астрономия обсерваторияһында аса. Бер ни тиклем ваҡыт Церера Ҡояш системаһындағы һәр яғы килгән планета тип ҡарала; 1802 йылда ул астероид булараҡ классификациялана[20], ләкин бер нисә тиҫтә йыл буйы планета булып иҫәпләнә, ә 2006 йылдың 24 авгусында Халыҡ-ара астрономия союзы МАС-тың XXVI Генераль Ассамблеяһында «планета» төшөнсәһенә аныҡлыҡ индерә, һәм уның һөҙөмтәләре буйынса Церера кәрлә планета тип таныла. Ул боронғо Римдең уңдырышлылыҡ алиһәһе хөрмәтенә Церера тип атала.
Церера | ||||
Снимок Цереры в натуральном цвете, сделанный АМС Dawn 4 мая 2015 года | ||||
Башҡа исемдәре |
A899 OF; 1943 XB | |||
---|---|---|---|---|
Обозначение |
1 Ceres | |||
Кесе планеталар категорияһы |
Карликовая планета | |||
Открытие[1] | ||||
Асылған урыны |
Палермская астрономическая обсерватория | |||
Орбита характеристикалары[2] | ||||
Эпоха: 18 июня 2009 | ||||
Перигелий |
381 028 000 км | |||
Афелий |
446 521 000 км | |||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
413 767 000 км | |||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,07934[2] | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
1680,5 суток | |||
Орбита тиҙлеге (v) |
17,882 км/с | |||
Уртаса аномалия;(Mo) |
27,448° | |||
Ауышлығы (i) | ||||
Долгота восходящего узла (Ω) |
80,399°[2] | |||
Перицентр аргументы (ω) |
2,825°[2] | |||
Юлдаштары |
нет | |||
Физик характеристикалар | ||||
Экватор радиусы |
481,5 км[4] | |||
Поляр радиусы |
445,5 км[4] | |||
Уртаса радиус |
463,5км | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
2 849 631 км²[5] | |||
Массаһы (m) | ||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) | ||||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
0,27 м/с² | |||
Беренсе космик тиҙлек (v1) |
0,36 км/с[10] | |||
Әйләнеү периоды (T) |
9 ч 4 мин 27,01 с[11] | |||
Күсәр ауышлығы |
около 3°[12] | |||
Прямое восхождение северного полюса (α) |
19 ч 24 мин | |||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
59°[12] | |||
Альбедо |
0,090 ± 0,0033 (геометрическое)[13] | |||
Cпектр класы |
G[14] | |||
Күренгән йондоҙ дәүмәле | ||||
Абсолют йондоҙ дәүмәле |
3,36 ± 0,02[13] | |||
Мөйөшсә диаметр | ||||
Температура | ||||
| ||||
Кельвин |
| |||
| ||||
Атмосфера | ||||
следы водяного пара |
Диаметры яҡынса 950 км булған есем астероидтар билбауында иң ҙуры һәм ярайһы уҡ ауыры, үлсәмдәре буйынса гигант планеталарҙың күп кенә эре юлдаштарынан ҙурыраҡ һәм билбауҙың дөйөм массаһының өстән бер өлөшөн (32 %) тәшкил итә тиерлек[21]. Гравитация бик түбән булғанға күрә, күпселек бәләкәй есемдәр, ғәҙәттә, дөрөҫ булмаған формала була[22], ә бына Церера, уларҙан айырмалы рәүештә, шар формаһында. Церераның тығыҙлығы буйынса фекер йөрөткәндә, ул һыу боҙонан тора (20-30 %)[23]. Күрәһең, уның эске өлөшө боҙ мантияһы[24] менән уратылған таш үҙәктән торалыр. Церераның өҫтөндә лә боҙ табыла; бынан тыш, уның өҫкө ҡатламының составына, моғайын, гидратация үткән төрлө матдәләр, шулай уҡ карбонаттар (доломит, сидерит) һәм тимергә бай балсыҡлы минералдар (кронстедтит[en]) инәлер. 2014 йылда «Гершель» телескобы кәрлә планета тирәләй һыу парын таба[⇨].
Ерҙән күҙәткәндә Церераның ялтырауы 6,7-нән 9,3 йондоҙ дәүмәленә тиклем тирбәлә. Ябай күҙ менән уны күреү өсөн был ғына етмәй. Вестаны (2011—2012) һәм Церераны өйрәнеү өсөн НАСА 2007 йылдың 27 сентябрендә Dawn зондын ебәрә. Церераның орбитаһына ул 2015 йылдың 6 мартында сыға.