Һөт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөт — туҡлыҡлы эсемлек, инә һөтимәрҙәрҙең биҙҙәре эшләп сығара. Тәбиғи тәғәйенләнеше — башҡа ризыҡ менән туҡланырға һәләтле булмаған үрсемен (шул иҫәптән кеше балаһын) туйындырыу. Хәҙерге ваҡытта һөт кеше ҡулланған күп кенә һөт аҙыҡтары составына инә, ә уны етештереү эре сәнәғәт тармағына әйләнгән.
Һөт — күп компонентлы политарҡалыусан система, уның составындағы матдәләрҙең ваҡ ҡына бөртөксәләргә тарҡалған хәлдә булыуы һөттөң шыйыҡ консистенцияһын тәьмин итә.
Техник регламенты һөттө ауыл хужалығы хайуандарының һөт биҙҙәренең физиологик секрецияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аҙыҡ тип билдәләй. Ул бер йөки бер нисә хайуандан һөт биреү (лактация) осоронда һауып алына, был шыйыҡ аҙыҡҡа бер ниндәй өҫтәмә лә ҡушылмай[1].