Рәсәйҙең дәүләт сиге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге — Рәсәйҙең дәүләт территорияһы (ҡоро ер, һыу, ер аҫты һәм һауа биләмәләре) сиктәрен билдәләүсе һыҙат һәм уның буйынса үткән вертикаль өҫкө ҡоролма, Рәсәй Федерацияһы суверенитеты ғәмәлдә булған ер биләмәһе арауығы.
Сик һыҙығы эсендәге территорияларҙы Рәсәйҙең Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте, шулай уҡ һауа һәм һыу аҫты мөхитендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре (ПВО һәм ВМФ) тарафынан башҡарыла. Сик буйы пункттары эшмәкәрлеген яйға һалыу бурысы Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы ҡарамағында.
Рәсәй 18 дәүләт: Норвегия, Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Белоруссия, Украина, Грузия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, Япония һәм АҠШ, шулай уҡ өлөшләтә танылған Абхаз Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия менән[1]. менән сиктәре барлығын таный. Рәсәй сигенең оҙонлоғо (2014 йылда ҡабаттан ҡушылған Ҡырымды иҫәпләмәгәндә) РФ Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте [2] мәғлүмәте буйынса 60 933 км (йәки башҡа мәғлүмәт буйынса 62269 км)[3], шул иҫәптән диңгеҙ сиктәре — 38 мең км; ҡоро ер сиген алғанда, йылға буйлап 7 мең км һәм күлдәр буйлап — 475 км[4] тәшкил итә.