Эволюция
From Wikipedia, the free encyclopedia
естественный процесс развития живой природы, сопровождающийся изменением генетического состава популяций, формированием адаптаций, видообразованием и вымиранием видов, преобразованием экосистем и биосферы в цело
Биологик эволю́ция (лат. evolutio — «таралыу») — тере тәбиғәттең тәбиғи үҫеш процесы. Нигеҙендә популяцияларҙың генетик составы үҙгәреүе , яйланмаларҙың (адаптация) хасил булыуы, төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе һәм юҡҡа сығыуы, экосистемаларҙа һәм, бөтөн биосферала барған әүерелештәр ята.
Эволюцион процестарҙың нигеҙендә ятҡан механизмдарҙы аңлатҡан бер нисә эволюцион тәғлимәт бар. Әлеге ваҡытта иң киң ҡабул ителгәне булып классик дарвинизм һәм популяцион генетика синтезы булған эволюцияның синтетик теорияһы (СТЭ) тора[1].
СТЭ эволюция материалының (генетик мутация) эволюция механизмы (тәбиғи һайланыш) менән бәйләнешен аңлатыу мөмкинлеген бирә.
СТЭ буйынса эволюция — популяцияла гендар аллель йышлығы үҙгәреү процесы ул. Был процесс үҙ эсенә бер быуындың тормош оҙонлоғонан күберәк ваҡыт арауығын алып тора [2].
Чарлз Дарвин беренселәрҙән булып тэволюция процесын тәбиғи һайланыш тәғлимәте аша нигеҙләгән.. Тәбиғи һайланыш тәғлимәте популяциялар тураһындағы өс дәлилгә таяна:
- Вариҫтар тереклек шарттары мөмкинлек биргәнгә ҡарағанда күберәк тыуа;
- Нәҫел эсендә төрлө организмдарҙың сифаттары төрлө. Был йәшәү һәм тоҡом ҡалдырыу ихтималлығында айырмаларға килтерә;
- Был сифаттар нәҫелдән күсә. Был шарттар төр эсендә конкуренцияға һәм мөхиткә бик аҙ яраҡлашҡан төрҙәрҙең һайланма элиминацияһына килтерә. Был артабанғы быуында ошо мөхиттә йәшәү һәм үрсеү мөмкинлегенә эйә сифаттары булған төрҙәр өлөшөнөң артыуына килтерә. Тәбиғи һайланыш — адаптацияның берҙән-бер билдәле сәбәбе, әммә эволюцияның берҙән-бер сәбәбе түгел. Адаптив булмаған сәбәптәргә гендар дрейфы, гендар ағымы һәм мутация инә.
Йәмғиәттә бер төрлө генә ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, эволюция, тәбиғи процесс булараҡ, ныҡлы раҫланған фәнни дәлил булып тора, бик күп эволюция раҫлауҙарға эйә һәм фәнни даирәләрҙә шик тыуҙырмай[3]. Шул уҡ ваҡытта эволюцияның механизмдарын аңлатыусы теорияның айырым аспекттары фәнни бәхәс предметы булып тора. Эволюцион биологиялағы асыштар биологияның традицион өлкәһенә генә түгел, икенсе академик дисциплиналарға, мәҫәлән, антропология, психологияға йоғонто яһай. Эволюция тураһындағы күҙаллауҙар ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың заманса концепцияларының, медицинала, биотехнологияла һәм башҡа кеше эшмәкәрлегенең социаль әһәмиәтле өлкәләрендә киң ҡулланыла[4].