Деванагари
Б. э. т. I быуаттан IV быуатҡа тиклем боронғо Һиндостанда эшләнгән һәм VII быуаттан даими ҡулланылған яҙма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Девана́гари (санскр. देवनागरी devanāgarī IAST, һинд теле [d̪eːʋ.n̪äːɡ.ɾiː], шулай уҡ исеме нагари (санскр. नागरी nāgarī IAST)[1] — һүҙмә-һүҙ «илаһи ҡала (яҙмаһы)») — брахми — боронғо һиндостан яҙмаһынан килеп сыҡҡан һинд яҙмаһы нагариҙың бер төрө[2]. Б. э. т. I быуаттан IV быуатҡа тиклем боронғо Һиндостанда эшләнгән[2] һәм VII быуаттан даими ҡулланылған[1][3].
Деванагари | |
Яҙыу тибы |
абугида |
---|---|
Телдәр |
санскритты, һиндины, маратханы, непалины, бихарины, бхилины, конканиҙы, бходжпурины, сиған телен, ҡайһы берҙә синдхи һәм кашмири телдәрен индереп, һинд-арий телдәре рәте; невари теле |
Тарихы | |
Осор |
~б. э. 1200 йылынан хәҙерге көнгә тиклем |
Барлыҡҡа килеүе |
брахми
|
Развилось в |
гуджарати (яҙма), канада ижек яҙыуы һәм башҡалар. |
Үҙенсәлектәре | |
Яҙыу йүнәлеше |
һулдан уңға |
Юникод диапазоны |
U+0900—U+097F |
ISO 15924 |
Deva |
Деванагари Викимилектә | |
47 төп символдан, шул иҫәптән 14 һуҙынҡы һәм 33 тартынҡынан торған деанагари донъяла дүртенсе популяр яҙыу системаһы булып тора[4]. Ул 120-нән ашыу телдә ҡулланыла[5], шул иҫәптән санскрит, һиндины [6] маратханы, синдхины, бихарины, браджды[7], бхилины, марварины, конканины, бходжпурины, непалины, неварины, санталины[5], шулай уҡ ҡайһы берҙә кашмирины һәм сиған телен (романи) индереп. Санскрит өсөн боронғо нагари алфавитының ике өҫтәмә тартынҡы символы булған[8]. Деванагари яҙыуының төп үҙенсәлеге - аҫҡа «һәленеп торған» хәрефтәр беркетелгән үрге (база) горизонталь һыҙат. Яҙыу — һулдан уңға[9].