Донъя телдәре
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ерҙә 7 меңдән[1] ашыу тел бар.
Донъя телдәре | |
Был исемлектә | тел[d] |
---|---|
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Телдәр һәм Категория:Тел |
Коммуникациялар үҫкән һайын йәнле телдәр һаны ике аҙнаға 1 тел тиҙлеге менән ҡыҫҡара бара [2].
Иң таралған 40 телдә Ер халҡының 2/3 өлөшө һөйләшә. Бөтәһенән элек ҡытай, һинд, инглиз, испан, ғәрәп, рус һәм португал телдәрендә һөйләшеүселәр күп. Француз теле ярайһы уҡ киң таралған, әммә уны туған (беренсе) теле тип һанаусылар һаны сағыштырмаса әҙ.
Әлеге ваҡытта юғалып барғандар иҫәбенә 400-ләп тел инә.
Тел шул телдә һөйләшкән һуңғы кеше менән бергә үлә, шунлыҡтан яҙмаһы булмаған халыҡтарға юҡҡа сығыу айырыуса көслө янай[3].
Телдәрҙең һәләк булыу сәбәптәренең береһе — һөйләшеүселәрҙең һибелеп ултырыуы. Планета халҡының 80 процентына — 80 тел, ә 3,5 мең телгә ни бары 0,2 процент тура килә. Телдәрҙең юғалыуына килтергән төп сәбәптәр тип глобалләшеү һәм миграция атала. Кешеләр ауылдарҙан ҡалаларға китә һәм үҙ халҡының телен юғалта[4].
Әле булған телдәрҙең яртыһы тиерлек XXI быуат уртаһына ҡулланыуҙан төшөп ҡаласаҡ[5]. Күп телдәр уларҙа һөйләшеүселәрҙең көслөрәк тел мөхитенә инеүе арҡаһында юғала, шунлыҡтан тәү сиратта дәүләтселеге булмаған әҙ һанлы халыҡтарҙың теленә юғалыу хәүефе янай. Әгәр телде балаларҙың 70 проценттан кәме өйрәнһә, ул юғалып барыусылар иҫәбенә инә. ЮНЕСКО-ның «Юғалыу хәүефе аҫтындағы донъя телдәре атласы» мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта Европала яҡынса 50 телгә юғалыу янай.
Австралия, Һинд-Ҡытай, Америка, Африкалағы һәм утрауҙарҙағы ерле халыҡтарҙың телдәре бигерәк тә ҙур хәүеф аҫтында.